Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 2:17 - Изге Яҙма

17 Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 2:17
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.


«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.


Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


Шуға күрә ер йәшкә күмелер, Юғарыла күктәр ҡарайыр. Сөнки Мин әйттем һәм ҡарар иттем, Фекеремдән кире ҡайтмам, Ҡарарымды үҙгәртмәм.


Инде әйткәнен эшләне, һәләкәт юлланы, сөнки һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, шуға күрә ошо бәлә-ҡазаға юлыҡтығыҙ.


Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте.


Раббы Сион-ҡыҙҙың диуарҙарын емерергә ҡарар ҡылды: Үлсәү ебен һуҙҙы, емереүҙән ҡулын тыйманы. Инде нығытма, диуарҙар һыҡтай, Барыһы ла харап булып ята.


Нәфрәт утыңа төрөнөп, Беҙҙе баҫтырҙың, үлтерҙең, ҡыҙғанманың.


Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы.


Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.


Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.


Мин иһә уларҙы һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең башына төшөрәсәкмен.


Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.


Шуның өсөн Раббы былай ти: «Был нәҫелгә бәлә әҙерләйем, Яурынығыҙҙан һелкеп төшөрә алмаҫһығыҙ. Залим заман килер өҫтөгөҙгә – Башығыҙҙы текә тотоп йөрөмәҫһегеҙ.


Раббы былай тип белдерә: «Ер йөҙөнән бар нәмәне һепереп түгәм, –


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ