Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 1:14 - Изге Яҙма

14 Енәйәттәремде ҡалып итте, Бер-береһенә бәйләп, муйынға һалды. Бөйөк Хаким бөтөнләй тәҡәтемдән яҙҙырҙы, Мин ҡаршы тора алмаҫлыҡтарҙың ҡулына тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Енәйттәремде ҡалып итте, Бер-береһенә бәйләп муйынға һалды. Хаким бөтөнләй тәҡәтемдән яҙҙырҙы, Мин ҡаршы тора алмаҫлыҡтарҙың ҡулына тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Енәйәттәремде ҡалып итте, Бер-береһенә бәйләп, муйынға һалды. Бөйөк Хаким бөтөнләй тәҡәтемдән яҙҙырҙы, Мин ҡаршы тора алмаҫлыҡтарҙың ҡулына тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 1:14
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,


Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ.


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа ла ошо һүҙҙәрҙе еткерҙем: – Муйындарығыҙҙы Бабил батшаһы ҡалыбы аҫтына ҡуйығыҙ. Уға һәм халҡына хеҙмәт итегеҙ, шул саҡта иҫән ҡалырһығыҙ, – тинем. –


Берәй ҡәүем йәки батшалыҡ, Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итеп, муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кеймәһә, был ҡәүемде уның ҡулы менән ҡырып бөтөргәнгә тиклем ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалайым, – тип белдерә Раббы. –


– Бар, Хананъяһҡа әйт, Раббы былай ти: «Һин ағас ҡалыпты һындырҙың, уның урынына тимер ҡалып яһарһың!


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: „Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итһендәр өсөн был ҡәүемдәрҙең бөтәһенең дә муйынына тимер ҡалып кейҙерәм. Барыһы ла уға ҡол буласаҡ. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм“».


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, уны ошонда яптырып, былай тигәйне: – Ни өсөн һин улай пәйғәмбәрлек итәһең? Һин әйтәһең: «Раббы былай ти: „Бына, Мин был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына тапшырам, ул уны баҫып алыр.


Сидкияһ Бабилға оҙатылыр һәм Мин уны хәстәрләгәнгә тиклем шунда ҡалыр, – тип белдерә Раббы. – Һеҙ халдейҙар менән һуғышырһығыҙ, әммә еңә алмаҫһығыҙ“».


Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.


Һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарып, яттар ҡулына бирәм, һеҙҙең өҫтән хөкөм ҡылам.


Асыуымды өҫтөңә түгермен, Утлы ярһыуым менән өтөрмөн, Һине аяуһыҙ кешеләрҙең ҡулына тапшырырмын, Үлтерергә оҫта бәндәләргә бирермен.


Раббы Хаким былай ти: «Һине үҙең күрә алмаған, күңелең екһенгән бәндәләр ҡулына бирермен.


Шуға күрә Мин һине биләмә итеп көнсығыш халыҡтарына бирәм; арағыҙҙа сатырҙарын ҡороп, һинең ереңә төйәкләнерҙәр, емештәреңде ашарҙар, һөтөңдө эсерҙәр.


Мин дә һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, һине ҡәүемдәргә таларға бирәм. Һине халыҡтар иҫәбенән юҡ итәсәкмен, илдәр араһынан юйып ташлаясаҡмын, һәләк ҡыласаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең».


Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.


Шуның өсөн Раббы былай ти: «Был нәҫелгә бәлә әҙерләйем, Яурынығыҙҙан һелкеп төшөрә алмаҫһығыҙ. Залим заман килер өҫтөгөҙгә – Башығыҙҙы текә тотоп йөрөмәҫһегеҙ.


Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ