Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 1:10 - Изге Яҙма

10 Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Хазина-байлығын талар өсөн Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 1:10
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә.


Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,


Һинең халҡың аҙ ваҡытҡа ғына Изге торлағыңа хужа булды, Инде уны дошмандарыбыҙ Үҙҙәренең аяҡ аҫтарына һалды.


Бөтә илеңдә ҡылынған барлыҡ гонаһтар өсөн Һинең байлығың һәм хазиналарыңды Дошмандарға еңел табыш итеп бирәм, Йәһүҙә.


Был ҡаланың бөтә байлығын – барлыҡ ҡаҙанышын, ҡиммәтле әйберҙәрен, Йәһүҙә батшаларының хазиналарын – дошмандарының ҡулына бирәм. Уларҙы талап алып Бабилға алып китәсәктәр.


Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең түрәләрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргән ваҡытта алып китмәгән бағаналар, баҡыр диңгеҙ, таяуҙар һәм башҡа әйберҙәр тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти.


Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһы һарайында, Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәр тураһында былай ти Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы:


Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!


«Мыҫҡыл ишетәбеҙ, оятҡа ҡалдыҡ, Йөҙөбөҙгә сәркеү яғылды, Сөнки яттар Раббы ҡорамының Изге урындарына инде».


Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы – яндырып бөтөрҙө.


Афәтле, ҡаңғырып йөрөгән көндәрендә Әүәлге байлыҡ-зиннәтен иҫкә ала Йәрүсәлим. Халҡы дошман ҡулына эләккәс, Уға ярҙам итеүсе булманы. Уны күрә алмағандар тамаша ҡылып, Еңелеүенән көлдөләр генә.


Минең ризығымды – эс майын һәм ҡан килтергән ваҡытта Изге торлағыма йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙы индереп, ҡорамымды нәжесләнегеҙ! Ерәнгес эштәрегеҙ менән килешеүемде боҙҙоғоҙ.


Мин был халыҡтан ситкә бороласаҡмын. Минең ғәзиз урыным нәжесләнер, эсенә талаусылар инеп нәжесләр уны.


Раббы уларға: – Барығыҙ! Ҡорамды нәжесләгеҙ, ихаталарҙы мәйет менән тултырығыҙ! – тине. Шунан һуң тегеләр сығып ҡалала үлтерергә тотондо.


Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.


Ғаммон һәм Моав кешеләре Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай, хатта уларҙың нәҫеле лә унынсы быуынына тиклем Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай.


Сөнки Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа юлда һеҙҙе икмәк һәм һыу менән ҡаршыламанылар, етмәһә Арам-Наһараимдағы Пеҫор ҡалаһынан Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡарғар өсөн ялланылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ