Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 9:13 - Изге Яҙма

13 Мин Әфраимды күргәндә, Көтөүлек ерендә ултыртылған Йәш хөрмә ағасы кеүек ине. Ә хәҙер Әфраим балаларын Йән ҡыйыусы алдына алып сығырға тейеш».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Мин Әфраимды күргәндә, Көтөүлек ерендә ултыртылған Йәш палма ағасы кеүек ине. Ә хәҙер Әфраим балаларын Йән ҡыйыусы алдына алып сығырға тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Мин Әфраимды күргәндә, Көтөүлек ерендә ултыртылған Йәш хөрмә ағасы кеүек ине. Ә хәҙер Әфраим балаларын Йән ҡыйыусы алдына алып сығырға тейеш».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 9:13
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул осорҙа Менахем, Тирсанан килеп, Тифсах ҡалаһында һәм уның тирә-яғында йәшәгән бөтә халыҡты ҡырҙы, сөнки Тифсах ҡалаһы уға ҡапҡаларын асмағайны. Менахем хатта ауырлы ҡатындарҙың ҡарындарын ярҙы.


Бала-сағаһы бихисап күп булһа ла – Ғүмерҙәре ҡылыстан өҙөлөр. Нәҫелендә туйғансы икмәк ашаған булмаҫ.


Әфраим тоҡомонан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек ҡыуып ебәргән булһам, һеҙҙе лә шулай хозурымдан ҡыуам».


«Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа – балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте».


Байрамға ҡунаҡ саҡырған кеүек, Мине дәһшәткә һалғандарҙы йыйнаның һәр тарафтан. Раббының асыу көнөндә ҡасып ҡотолғандар, Иҫән ҡалғандар булманы. Табып үҫтергән балаларымды Дошманым ҡырып бөтөрҙө».


Диңгеҙ буйындағы илдәр, күп халыҡтар менән сауҙа иткән, диңгеҙ ҡапҡаһында урынлашҡан Тир ҡалаһына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Тир! „Гүзәллектә мин камилмын“, – тинең.


Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.


Балаларынан мәхрүм ҡалған Инә айыу һымаҡ һөжүм итермен, Йөрәктәрен йыртып асырмын. Арыҫландай һоғонормон Мин уларҙы, Ҡырағай януар ише өҙгөсләрмен.


Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.


Әфраим юҡ ителде! Тамырҙары ҡороно, Бүтәнсә емеш бирмәҫтәр. Хатта улар бала тыуҙырһа ла, Уларҙың ҡорһағында яралған Көтөп алған емештәрен юҡ итермен».


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ