Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 9:10 - Изге Яҙма

10 «Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 «Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы, Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 «Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 9:10
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.


Раббы уларҙың алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәр кеүек, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хуш еҫ төтәттеләр һәм Раббының асыуына тейә торған яман эштәр ҡылдылар.


Шөкөр ҡорбандары килтерермен, Раббының исемен ҡабатлармын.


Ни был сүлдән күтәрелгән Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән, Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары, Мирра-ладан еҫен таратҡан?


Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған ҡала, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһе Ваҡытынан алда өлгөргән инжир һымаҡ буласаҡ. Уны күргән бере бик тиҙ өҙөп алып йотасаҡ.


Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң булһа, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса».


Кәрзиндәрҙең береһендә – иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендә – ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр.


Әүәлдән алып был әшәке Бәғел Ата-бабаларыбыҙҙың хеҙмәт емешен, Һыйырҙарын, һарыҡ-кәзәләрен, Улдарын, ҡыҙҙарын ашап торған.


Әйҙә, оятҡа батып ятайыҡ, Хурлығыбыҙ беҙгә юрған булһын. Сөнки беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа Йәш сағыбыҙҙан әлегә саҡлы Аллабыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, Аллабыҙ Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалманыҡ».


Раббы былай ти: «Ҡылыстан иҫән ҡалған Исраил халҡы Сүлдә мәрхәмәтемде ҡаҙанды. Мин Исраилды рәхәткә сығарырмын».


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


«Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.


Мин һиңә сүлдә, Ҡоро ерҙәрҙә күҙ-ҡолаҡ булдым.


Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.


Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!


Саҡ айный башланылармы, фәхешкә тотоналар, Уларҙың түрәләре аҙғынлыҡты ярата.


Шөкөр саҙаҡаһы итеп әсеткеле икмәк яндырығыҙ, Нәфел ҡорбаны хаҡында һөрәнләп йөрөгөҙ! Һеҙ быны эшләргә яратаһығыҙ, исраилдар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.


Шуға ҡарап, һеҙ Раббының бөтә бойороҡтарын хәтерләрһегеҙ, уларҙы үтәрһегеҙ, күңелегеҙ йә күҙегеҙ аҙғынлығына эйәреп китеп, Миңә хыянат итмәҫһегеҙ.


Ерҙә үҫтерелгән һәм Раббыға килтерелгән тәүге уңыштың һәммәһе һинеке булыр. Йортоңдағы бөтә пак кеше уны ашай ала.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Был халыҡты Ул сүллектә тапты, Буп-буш, ҡырағай далала. Ҡурсаланы, баҡты, ҡараны, Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланы.


Аллаға түгел, ендәргә, Үҙҙәре белмәгән илаһтарға, Ата-бабалары ҡурҡмаған, Һуңғы мәлдә ситтән килеп ингән Яңы илаһтарға ҡорбан салды.


Раббының Бәғел-Пеғор тауында нимәләр эшләгәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы Пеғорҙағы Бәғелгә табынған һәр кемде арағыҙҙан юҡ итте.


Бәғелдең ҡорбан усағын емергән өсөн, кешеләр: «Бәғел унан үҙе һаҡланһын», – тип, ошо көндән Гидғонды Йеруббәғел тип йөрөтә башланылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ