Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 8:13 - Изге Яҙма

13 Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Һәм улар Мысырға әйләнеп ҡайтыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 8:13
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минән башҡа аллаларың булмаһын.


Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.


Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.


«Нимәгә Миңә мул ҡорбандарығыҙ? – ти Раббы. – Яндырылған һарыҡ тәкәләренән, Һимертелгән малдарығыҙҙың майынан Ғарыҡ булдым. Башмаҡ, һарыҡ, кәзәләрҙең ҡаны – Улар түгел Минең теләгәнем.


Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Халҡым Исраил инде бер ҡасан да үҙ өмөтөн Мысырға бағламаҫ. Мысыр уларға үҙҙәренең Мысырҙан ярҙам һорап ғәйепкә тарыуҙарын хәтерләтеп торор. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде белер».


Мәгәр Минән ситкә боролоғанға, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?


Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр».


Халыҡты ла, ҡаһиндарҙы ла бер тәҡдир көтә: Мин уларҙы ҡылғандары өсөн язалаясаҡмын, Ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәсәкмен.


Эре һәм ваҡ малдарын ҡыуалап, Раббыны эҙләп килерҙәр, ләкин таба алмаҫтар, сөнки Раббы уларҙы ташланы.


Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем. Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем.


Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.


Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар, Яҙа атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар. Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн Яза ҡылысынан ҡыйылырҙар: Мысыр ерендә уларҙан Ана шулай әсе көлөрҙәр.


Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар. Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған – Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән.


Бәләнән ҡасһалар ҙа, Уларҙы Мысыр буйһондорор, Ноф ер ҡуйынына һалыр. Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр, Сатырҙарында сәнскәк үҫер.


Ҡоһор көнө етте, Яза көнө килде – Белһен шуны Исраил! Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге, Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында, Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ, Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың.


Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.


Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте: «Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ.


Асылмайса ҡалыр йәшерен бер нәмә лә һәм беленмәйсә ҡалыр бер сер ҙә юҡ.


Әммә һеҙҙең бергә йыйылыуығыҙ Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит.


Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Мин һеҙгә башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкһегеҙ тигән юлдан Раббы һеҙҙе кәмәләрҙә Мысырға кире алып китер. Унда дошмандарығыҙға ҡол итеп һатылырға тырышырһығыҙ, тик алыусы табылмаҫ.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


– Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ