Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 7:8 - Изге Яҙма

8 Әфраим башҡа халыҡтар менән буталышҡан, Әфраим әйләндерелмәгән көлсә һымаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Әфраим башҡа халыҡтар менән буталышҡан, Әфраим әйләндерелмәгән көлсә һымаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Әфраим башҡа халыҡтар менән буталышҡан, Әфраим әйләндерелмәгән көлсә һымаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 7:8
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильяс халыҡ алдына сығып баҫты ла: – Ҡасанға тиклем ике арала һылтыҡлап йөрөргә уйлайһығыҙ? Әгәр Алла Раббы икән, Уға эйәрегеҙ; Бәғел Алла булһа инде, уның артынан барығыҙ, – тине. Халыҡ уға бер һүҙ ҙә өндәшмәне.


Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.


Шуның өсөн ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын да улдарығыҙға алмағыҙ. Ошо ерҙә нығынайыҡ, уның байлыҡтары менән туйынайыҡ, уны балаларыбыҙға мәңгегә мираҫ итеп ҡалдырайыҡ тиһәгеҙ, бер ваҡытта ла уларға тыныслыҡ һәм файҙа килтерерҙәй бер нәмә лә эшләмәгеҙ».


Сүлде иһә Ул күл итә, Ҡоро далала шишмәләр урғылдыра.


Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.


Сит ҡатындарҙан бала таптырып, улар Раббыға хыянат итте. Хәҙер, Яңы ай байрамы булғанда, улар баҫыуҙары менән бергә һәләк булыр.


Уның ҡеүәтен башҡалар йотҡан – Ә ул быны һиҙмәгән дә. Сәстәренә сал төшкән – Ә ул быны белмәгән дә.


Раббы ерендә улар башҡаса ғүмер итмәҫ. Әфраим Мысырға ҡайтыр, Ашшурҙа нәжес ризыҡтар ашар.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Йәһүҙә халҡы хыянат итте. Исраилда һәм Йәрүсәлимдә ерәнгес ғәмәлдәр ҡылына; Йәһүҙә кешеләре ят илаһтарға табынған ҡыҙҙарға өйләнеп, Раббы һөйгән Изге торлаҡты нәжесләне.


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ