Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 6:9 - Изге Яҙма

9 Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫҡон ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫом ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫҡон ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 6:9
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.


Яровғам Әфраим таулығындағы Шәхәм ҡалаһында нығытмалар төҙөттө һәм шунда йәшәй башланы. Һуңыраҡ унан китеп Пенуил ҡалаһын төҙөнө.


Беренсе айҙың ун икенсе көнөндә Аһауа йылғаһынан Йәрүсәлимгә барырға тип ҡуҙғалып киттек. Аллабыҙҙың рәхмәте юлдаш булып, беҙҙе дошмандар ҡулынан, юлда һағалап тороусыларҙан ҡотҡарҙы.


Шунан Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр Миңә ҡаршы фетнә ойошторҙо.


Исраил хакимдары – ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫлан кеүек йәндәрҙе ҡыя, малды һәм хазиналарҙы тартып ала, ҡатындарҙы тол ҡалдыра.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Яла яғыусыларың кеше ҡанын түгә. Тауҙарҙағы боттарға ҡорбан ителгән итте ашаусылар, әшәкелек эшләгәндәр,


Мысырҙан алып сыҡҡан аҙғынлығыңды һәм фәхешлегеңде туҡтатасаҡмын. Бүтән уларға күтәрелеп ҡарамаясаҡһың һәм Мысырҙы иҫеңә төшөрмәйәсәкһең».


Инде уйнаштарының алдында Уның оят ерен асам; Бер кем дә уны ҡулымдан ҡотҡара алмаҫ.


Ант боҙоу, алдау һәм үлтереш, Уғрылыҡ һәм аҙғынлыҡ хөкөм һөрә. Ҡан өҫтөнә ҡан түгелә.


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


Шиттимдә тәрән соҡор ҡаҙҙығыҙ – Шуға күрә Мин һеҙгә яза булырмын.


Исраилды дауаларға теләгән сағымда, Әфраимдың намыҫһыҙлығы, Самарияның яуызлығы асылды. Улар мәкер менән эш итә, Бурҙары өйҙәргә баҫып инә, Юлбаҫарҙары урамда талай.


Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Быны ишеткән имандаштар көр тауыш менән бергәләшеп Аллаға доға ҡылды: – Бөйөк Хакимыбыҙ! Һин күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерҙең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ