Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 4:7 - Изге Яҙма

7 Ҡаһиндар күберәк булған һайын, Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы. Шуға күрә Мин уларҙың данын Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ҡаһиндар күберәк булған һайын, Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы. Шуға күрә Мин уларҙың данын Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ҡаһиндар күберәк булған һайын, Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы. Шуға күрә Мин уларҙың данын Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 4:7
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.


Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр, Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр. Әфраим хурлыҡ кисерер, Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр.


Мин әфраимдарҙы үлеләр донъяһынан ҡотҡарырмынмы? Уларҙы үлемдән йолоп алырмынмы? Эй әжәл, ҡайҙа һинең үләттәрең? Эй үлеләр донъяһы, емереклектәрең ҡайҙа? Мин ҡыҙғаныуҙы белмәйем!


Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ.


Ашарҙар, ләкин туймаҫтар, Уйнаш итерҙәр, ләкин тоҡом бирмәҫтәр, Сөнки улар Раббынан баш тартып, Аҙғынлыҡҡа хеҙмәт итә. Иҫке һәм яңы шарап йөрәктәрен биләне.


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫҡон ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.


Әфраимдың күп һанлы нәҫеле – даны – Ҡош һымаҡ осоп китер: Тыуым да, йөккә уҙыу ҙа, яралыу ҙа булмаҫ.


Хөрмәт урынына оятҡа туясаҡһың һин! Инде үҙең эс тә сөннәтһеҙлегеңде күрһәт. Раббының уң ҡулындағы яза тулы туҫтаҡ Һине лә урап үтмәҫ, Шөһрәтеңде һинең хурлыҡ алыштырыр.


Шуның өсөн Мин бөтә халыҡ алдында һеҙҙе меҫкен итәм, кәмһетәм, сөнки һеҙ Минең юлымдан ситләштегеҙ, ҡанунға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ике йөҙлөлөк күрһәтәһегеҙ.


Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ