Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 4:6 - Изге Яҙма

6 Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин дә һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәйәсәкһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин дә һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 4:6
54 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Оҙаҡ йылдар Исраил халҡы хаҡ Аллаһыҙ, юл күрһәтеүсе ҡаһинһыҙ, ҡанунһыҙ йәшәне.


Тыңламаһалар, ҡылыстан һәләк булырҙар, Аҡыл ҡаҙанмай үлеп китерҙәр.


Иманлының һүҙе күптәрҙе туҡландыра, ахмаҡты үҙ алйотлоғо һәләк итә.


Белемһеҙ тырышлыҡ яҡшы түгел, ашыҡҡан аяҡ абыныр.


Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».


Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да,


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Әгәр китапты наҙанға биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Мин уҡый белмәйем», – тип яуап ҡайтарыр.


Халҡымды бала-саға иҙә, Өҫтөнән ҡатын-ҡыҙ хакимлыҡ итә. Эй халҡым! Юлбашсыларың аҙаштыра, Һеҙҙе юлығыҙҙан яҙлыҡтыра.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Шуға ла халҡым, белдекһеҙлеге өсөн, Һөргөнгә олаҡтырылыр; Затлылары аслыҡтан ҡырылыр, Ябайҙары һыуһыҙлыҡтан ғазапланыр.


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


«Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.


Улар халҡыма мөҡәддәс һәм ғәҙәти нәмә араһындағы айырманы, пак менән нәжесте айырырға өйрәтер.


Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ.


Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.


Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!


Ҡылған ғәмәлдәре уларға үҙ Аллаһына ҡайтырға бирмәй, сөнки фәхешлек рухы уларҙың эсенә инеп оялаған, Раббыны улар бар тип тә белмәй.


Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем. Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем.


Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.


Уның ҡеүәтен башҡалар йотҡан – Ә ул быны һиҙмәгән дә. Сәстәренә сал төшкән – Ә ул быны белмәгән дә.


Борғо ҡысҡыртырға әҙерлән! Раббының йорто өҫтөндә Гүйә бөркөт өйөрөлә – Сөнки исраилдар Минең менән килешеүҙе боҙҙо, Минең ҡануныма ҡаршы сыҡты.


Мин уға бик күп ҡанундарымды яҙҙым, Ул иһә ят нәмә һымаҡ ҡабул итте.


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».


Минең Аллам кире ҡағыр уларҙы, Сөнки Уға ҡолаҡ һалманылар. Шуға ла ҡәүемдәр араһында Толҡа тапмай гиҙәсәктәр.


Ишай Дауыт батшаның атаһы ине. Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


«Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ.


Ғәлиҙең улдары йүнһеҙ кешеләр ине. Улар Раббыны таныманы,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ