Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 13:15 - Изге Яҙма

15 Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 13:15
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты.


«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.


Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты ла,


Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.


Йософтоң булмышы – емешле йөҙөмдөр, Инеш буйында үҫкән емешле ағастыр. Ботаҡтары диуарҙар өҫтөнән ашыр.


Аҫтан тамырҙары ҡорор, Өҫтән ботаҡтары кибер.


Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар.


Аталарының енәйәтенә күрә Уның улдарын салырға урын әҙерләгеҙ. Улар ҡалҡып, донъяға хужа булмаһын, Ер йөҙөн ҡалалары менән тултырмаһын».


Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.


Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.


Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.


Был ҡаланың бөтә байлығын – барлыҡ ҡаҙанышын, ҡиммәтле әйберҙәрен, Йәһүҙә батшаларының хазиналарын – дошмандарының ҡулына бирәм. Уларҙы талап алып Бабилға алып китәсәктәр.


Ул ваҡытта был халыҡҡа һәм Йәрүсәлимгә Раббы былай тип әйтер: – Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан бисара халҡым яғына көйҙөргөс ел иҫә, әммә ашлыҡты елгәреп сүптән таҙартыу өсөн түгел.


Минән килгән был ел ифрат көслө булыр. Инде был халыҡҡа Үҙ хөкөмөмдө әйтермен.


Раббы былай ти: «Бына Мин Бабилда һәм Лев-Ҡамайҙа йәшәүселәргә ҡаршы Һәләкәтле ғәрәсәт ҡуптарам.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Инде дәғүәңде Үҙем ҡарармын, Һинең өсөн үс алырмын. Диңгеҙен ҡоротормон, Инештәрен киптерермен.


Бына, ул ултыртылған, әммә имен генә үҫә алырмы? Көнсығыш еле ҡағылыу менән ҡороп ҡалмаҫмы? Әллә үҫеп сыҡҡан урынында һулып ҡалырмы?»


Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы.


Ул төньяҡ батша кешеләренең илаһтарын да, ҡойолған һындарын да, затлы – алтын һәм көмөш – һауыт-һабаһын да ҡулына төшөрөр һәм Мысырға алып ҡайтып китер. Шунан һуң бер нисә йыл ул төньяҡ батшаһын борсомаҫ.


Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.


Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.


Ел уларҙы үҙ ҡанатында өйрөлтөп алып китер. Үҙ ҡорбанлыҡтары ҡаршыһында хурлыҡҡа ҡалырҙар.


Әфраимдың күп һанлы нәҫеле – даны – Ҡош һымаҡ осоп китер: Тыуым да, йөккә уҙыу ҙа, яралыу ҙа булмаҫ.


Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.


Көмөшөн ал, алтын урла! Хазинаның иҫәбе-һаны юҡ, Зиннәтле әйберҙәр бихисап.


Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре, Менашшеның меңдәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ