Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 12:14 - Изге Яҙма

14 Раббыны Әфраим бик ныҡ ярһытты: Бөйөк Хакимы ул түккән ҡанды үҙенең башына төшөрөр, Үҙен һанламаған өсөн әжерен бирер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббыны Әфраим бик ныҡ ярһытты: Хакимы ул түккән ҡанды үҙ башына төшөрәсәк, Үҙен һанламаған өсөн әжерен бирәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббыны Әфраим бик ныҡ ярһытты: Бөйөк Хакимы ул түккән ҡанды үҙенең башына төшөрөр, Үҙен һанламаған өсөн әжерен бирер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 12:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Әйтәйек, ул кешенең бер улы булһа, Һәм ул юлбаҫарлыҡ ҡылһа, ҡан түкһә, Туғанына ҡаршы ошоларҙың береһен эшләһә,


Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.


Ул борғо тауышын ишетте, әммә иҫкәртеүгә иғтибар бирмәне, шуға күрә үлемендә үҙе ғәйепле. Әгәр ул иҫкәртеүгә иғтибар иткән булһа, иҫән ҡалыр ине.


Шул саҡ ул диңгеҙ буйы өлкәләренә йүнәлер һәм уларҙың күптәрен баҫып алыр, ләкин ундағы ғәскәр башлығы баҫҡынсының тәкәбберлегенә сик ҡуйыр, уның үҙ тәкәбберлеген үҙенә ҡаршы йүнәлтер.


Ант боҙоу, алдау һәм үлтереш, Уғрылыҡ һәм аҙғынлыҡ хөкөм һөрә. Ҡан өҫтөнә ҡан түгелә.


Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар, Яҙа атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар. Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн Яза ҡылысынан ҡыйылырҙар: Мысыр ерендә уларҙан Ана шулай әсе көлөрҙәр.


Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».


Аллағыҙ Раббы арағыҙҙан, үҙегеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙҙән, һеҙгә минең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр – уны тыңлағыҙ.


Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр.


Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ