Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 12:11 - Изге Яҙма

11 Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нимәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 12:11
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Раббы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын бөтә пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре аша киҫәтеп: «Яман юлдарығыҙҙы ташлағыҙ, ата-бабаларығыҙға биргән һәм ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша һеҙгә еткергән ҡанунымдағы бойороҡ-ҡағиҙәләремде үтәгеҙ», – тине.


Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар, Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар.


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.


Ҡайҙа һуң үҙеңә яһап алған илаһтарың? Башыңа бәлә килгән сағында, Ҡотҡара алһалар, улар тороп килһен. Сөнки ҡалаларың нисәү булһа, Илаһтарыңдың һаны шунса, эй Йәһүҙә!


– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә бер йомаҡ әйт һәм бер хикмәтле һүҙ һөйләп бир.


Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.


Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде – Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар: Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар, Табыныу бағаналарын емерер.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


Ғилғәд – залимдар ҡалаһы, Ҡанлы эҙҙәр менән тулы.


Әфраим гонаһ ҡорбаны килтерер өсөн Бихисап ҡорбан усаҡтары эшләне. Тик был ҡорбан усаҡтары уны гонаһҡа батырҙы.


«Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн Мин уларға шунда уҡ нәфрәтләнгәйнем. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам. Бүтәнсә уларҙы яратмайым – Бөтә башлыҡтары фетнәсел.


«Инде Бейт-Илгә килеп гонаһ ҡылығыҙ, Гилгалға барып гонаһығыҙҙы арттырығыҙ! Иртә һайын ҡорбан килтерегеҙ, Өс көн һайын ғөшөрөгөҙҙө бирегеҙ.


Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк».


Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ