Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 11:1 - Изге Яҙма

1 «Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 «Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 «Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 11:1
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорамға артылыусылар йыры. Упҡын төбөнән Һиңә өндәшәм, Раббы!


«Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.


Шул сағында фирғәүенгә әйтерһең: «Раббы былай ти: Исраил – Минең улым, Минең баш балам.


Мин һиңә, улымды Миңә ғибәҙәт ҡылырға ебәр, тинем. Ебәрмәһәң, Мин һинең баш балаң булған улыңды үлтерәсәкмен».


Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға, Һине яратҡанға күрә, Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе, Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен.


«Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.


– Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо, Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде, Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә, Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем.


Ошо әшәкелектәреңде эшләгәндә һәм зина ҡылғанда һин үҙеңдең йәш сағыңды – яланғас, шәп-шәрә, ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡан ваҡытыңды – иҫеңә төшөрмәнең.


Яныңдан уҙып барған сағымда ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡаныңды күрҙем дә, ҡан эсендәге һиңә: „Йәшә!“ – тинем. Эйе, ҡанға батҡан һиңә әйттем: „Йәшә!“


Эй Бейт-Ил, саманан тыш яуызлығың арҡаһында Һине бына ниндәй хәлдәр көтә: Таң һарыһында Исраил батшаһы юҡҡа сығасаҡ!»


Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө.


Әммә Мин Раббы Мысыр ерендә үк Һинең Аллаң булдым. Яңынан Мин һине байрам көнөндәге һымаҡ, Сатырҙарҙа йәшәтермен.


«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.


Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.


– Мин яраттым һеҙҙе, – ти Раббы. – Ә һеҙ: «Һинең яратыуың нимәлә һуң?» – тип һорайһығыҙ. Ғаяз Яҡуптың ағаһы түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Мин Яҡупты яраттым,


Һируд үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Ысынлап та, Ул халыҡтарҙы ярата! Бөтә изгеләр – Уның ихтыярында. Улар, аяҡ осона ҡапланып, Уның әйткәндәрен тыңлай.


Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм, һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ