Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 10:14 - Изге Яҙма

14 Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелды емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 10:14
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер!


Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр.


Ашшур батшаһы Шалманасар Һошеяғҡа яу менән килде. Һошеяғ уға буйһондо һәм яһаҡ түләй башланы.


Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан берәй ваҡыт ҡотҡара алдымы?


Әфраимда нығытмалы ҡала ҡалмаясаҡ. Дамасктың батшалығы юҡ буласаҡ. Арамдың иҫән ҡалған халҡы Исраилдарҙың даны һымаҡ бөтәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».


Ҡалалары баҫып алыныр, Ҡәлғәләре ҡулға төшөр. Ул көн Моав яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар.


Эй Бейт-Ил, саманан тыш яуызлығың арҡаһында Һине бына ниндәй хәлдәр көтә: Таң һарыһында Исраил батшаһы юҡҡа сығасаҡ!»


Исраилға енәйәте өсөн Хисап көнө еткән саҡта, Бейт-Илдәге ҡорбан усаҡтарын да юҡ итәм, Мөгөҙҙәрен ҡырҡып, ергә ырғытырҙар.


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Ергә ҡағылһа – ер ирер, Өҫтөндә йәшәгәндәр күҙ йәшенә батыр. Бөтөн ер йөҙө Нил һыуы кеүек ҡалҡыр ҙа, Мысыр йылғаһы һымаҡ шиңеп ҡалыр.


Илеңдәге ҡалаларҙы тар-мар итеп, Бөтә ҡәлғәләрҙе емерермен.


Әммә ул да әсирлеккә төштө, Халҡы һөргөнгә ҡыуылды. Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды, Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде, Вәзир-бәктәргә бығау һалынды.


Бөтә ҡәлғәләрең менән һин үҙең Емеше өлгөргән инжир ағасына тиңһең. Һелкетеү менән, ашарға теләгәндең Ауыҙына өҙөлөп төшәсәкһең.


Батшаларҙы мыҫҡыллайҙар, Хакимдарҙан әсе көләләр, Ҡәлғәләрҙе уйнап ҡына еңәләр – Уба ҡора ла ҡулға төшөрәләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ