11 Ҡолдарың пәйғәмбәрҙәр аша беҙгә: «Һеҙ хужа булыр өсөн барған ер унда йәшәгән халыҡтарҙың ерәнгес ғәмәлдәре менән нәжесләнгән, был әшәкелек сиктән ашҡан, – тинең. –
Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.
Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.
Һөргөндән ҡайтҡан исраилдар менән, Исраилдың Аллаһы Раббыға табыныу өсөн, эргә-тирәләге халыҡтарҙың әшәкелегенән айырылған барлыҡ кешеләр ашап ултырҙы.
Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.
Йә, Алла, ошонан һуң беҙ нимә әйтә алабыҙ? Беҙ һинең бойороҡтарыңды һанға һуҡманыҡ бит.
һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,
Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.
Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.
Сөнки улай эш итеүселәр Раббы өсөн ерәнгес. Аллағыҙ Раббы ошо әшәке эштәре өсөн уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡыуасаҡ.