34 Бөтә нәмә һаналды, үлсәнде һәм дөйөм ауырлығы теркәп ҡуйылды.
Уяу булығыҙ, был хәйерҙе ҡаһиндарҙың етәкселәре, левиҙәр һәм Исраилдың нәҫел башлыҡтары алдында үлсәп биреп, улар уны Раббы йортондағы келәт бүлмәләренә тапшырғансы һаҡлағыҙ».
Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине.
Әсирлектән ҡайтыусылар Исраил Аллаһына тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе: бөтә Исраил халҡы өсөн ун ике башмаҡ, туҡһан алты һарыҡ тәкәһе, етмеш ете һарыҡ бәрәсе; гонаһ ҡорбаны итеп ун ике кәзә тәкәһе Раббыға ҡорбан итеп яндырылды.