33 Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине.
Левиҙәрҙән: Йозавад, Шимғи һәм Ҡылаяһ – уның икенсе исеме Ҡылита, Пеҫахъяһ, Йәһүҙә һәм Әлиғәзәр.
Левиҙәр: Һодауъяһ нәҫеле Йешуағ менән Ҡадмиил тармағынан – етмеш дүрт кеше.
Батшаның, уның кәңәшселәренең, түрәләренең һәм Бабилда йәшәгән бөтә исраилдарҙың Аллабыҙ йорто өсөн саҙаҡа итеп биргән алтын-көмөшөн һәм һауыт-һабаларҙы үлсәп, уларға бирҙем.
Уларҙың ҡулына алты йөҙ илле талант көмөш, йөҙ талант көмөш һауыт-һаба, йөҙ талант алтын,
Уяу булығыҙ, был хәйерҙе ҡаһиндарҙың етәкселәре, левиҙәр һәм Исраилдың нәҫел башлыҡтары алдында үлсәп биреп, улар уны Раббы йортондағы келәт бүлмәләренә тапшырғансы һаҡлағыҙ».
Ҡаһиндар һәм левиҙәр Йәрүсәлимгә Аллабыҙ йортона алып барып тапшырыу өсөн үлсәп-иҫәпләп ҡуйылған алтын-көмөштө, һауыт-һабаларҙы ҡабул итеп алды.
Бөтә нәмә һаналды, үлсәнде һәм дөйөм ауырлығы теркәп ҡуйылды.
уларҙың ағай-энеләре: Шеванъяһ, Һодияһ, Ҡылита, Пелаяһ, Ханан,
Харим, Меремоҫ, Ғовадъяһ,
Левиҙәр: Азанъяһ улы Йешуағ, Хенадад нәҫеленән Биннуй, Ҡадмиил,
Унан ары Әлйәшив йорто ишегенән алып шул йорт бөткән ергә тиклем Һаҡҡос улы Урияһтан тыуған Меремоҫ төҙәтте.
Хенадад улы Биннуй Ғазаръяһ йортонан алып мөйөшкә, боролған ергә тиклемге урынды төҙөкләндерҙе.
Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне.
Йешуағ, Бани, Шеревъяһ, Ямин, Ғаҡҡув, Шаббеҫай, Һодияһ, Мағасеяһ, Ҡылита, Ғазаръяһ, Йозавад, Ханан, Пелаяһ исемле левиҙәр аяғүрә торған халыҡҡа ҡанунды аңлатып торҙо.