Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 8:18 - Изге Яҙма

18 Алланың игелекле ҡулы өҫтөбөҙҙә булғанға күрә, улар беҙгә Исраилдың улы Леви ырыуынан Махлиҙың нәҫел вариҫын, Шеревъяһ исемле аҡыллы кешене улдары һәм ағай-энеләре менән бергә ебәрҙе. Улар ун һигеҙ кеше ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 8:18
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.


Мерари улдары: Махли һәм Муши. Бына нәҫел башлыҡтарының исемдәре буйынса Леви ырыуы нәҫелдәре.


Әлғазар – Пинхастың, Пинхас – Авишуағтың,


Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.


миңә батшаның һәм уның кәңәшселәренең, батшаның бөтә айбарлы түрәләренең алдында мәрхәмәтен күрһәтте. Аллам Раббының ҡулы өҫтөмдә булғанға күңелем үҫеп, мин Исраил башлыҡтарының ҡайһы берәүҙәрен, минең менән бергә ҡайтһындар тип, эргәмә йыйҙым.


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Бабилдан беренсе айҙың беренсе көнөндә сығып китеп, Аллаһының игелекле ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, бишенсе айҙың беренсе көнөндә Йәрүсәлимдә була.


Мин башлыҡтарҙан Әлиғәзәрҙе, Ариилды, Шемағъяһты, Әлнаҫанды, Яривты, Әлнаҫанды, Наҫанды, Зәкәрьяһты, Мешулламды, остаздарҙан Йоярив менән Әлнаҫанды саҡыртып, кеше ебәрҙем.


Быларҙан тыш Хашавъяһты, уның менән бергә Мерари нәҫеленән Йешағъяһты һәм уның ағай-энеләре һәм улдарынан егерме кешене,


Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.


Мин ҡаһиндар араһында етәксе булғандарҙан ун ике кешене: Шеревъяһты, Хашавъяһты һәм уларҙың ун ағай-энеһен һайлап алдым.


Заккур, Шеревъяһ, Шеванъяһ,


Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.


Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.


Йешуағ, Бани, Шеревъяһ, Ямин, Ғаҡҡув, Шаббеҫай, Һодияһ, Мағасеяһ, Ҡылита, Ғазаръяһ, Йозавад, Ханан, Пелаяһ исемле левиҙәр аяғүрә торған халыҡҡа ҡанунды аңлатып торҙо.


Аҡыл менән йорт һалыныр, зиһен менән нығытылыр,


Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.


Мин һеҙгә күңелем ятҡан көтөүселәрҙе бирермен, улар һеҙҙе зирәклек һәм аҡыл менән көтөр.


Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.


Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ