23 Күк Аллаһы йорто өсөн был Алла тарафынан бойоролған һәр нәмә теүәл үтәлергә тейеш – батшалыҡҡа, батшаға һәм уның улдарына Уның асыуы төшмәһен!
Мин шундай фарман бирҙем: минең батшалығымда булған Исраил халҡынан, ҡаһиндарҙан һәм левиҙәрҙән Йәрүсәлимгә ҡайтырға теләгән һәр кеше һинең менән китһен.
Ҡалған алтын-көмөштө Аллағыҙ ихтыярына ярашлы үҙең һәм ҡәрҙәштәрең нисек ҡулай күрә, шулай тотонорһоғоҙ.
Йөҙ талантҡа тиклем көмөш, йөҙ корға тиклем иген, йөҙ батҡа тиклем шарап, йөҙ батҡа тиклем зәйтүн майы һәм, күпме кәрәк, шул тиклем тоҙ бирегеҙ.
Яугирҙең осло уҡтары! Артыш ағасының утлы ҡуҙы!
– Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.
Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалаға именлек теләгеҙ, уның өсөн Раббыға доға ҡылығыҙ. Ҡала имен булһа, һеҙ ҙә имен булырһығыҙ».
Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.