Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 6:8 - Изге Яҙма

8 Бынан тыш, Алла йортон ҡайтанан төҙөүгә йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдарына ярҙам итергә бойорам: эш туҡталмаһын өсөн кәрәк булғанды уларға кисектермәй биреп тороғоҙ. Сығымдарҙы Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнән йыйылған яһаҡтан – батша ҡаҙнаһынан – түләгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 6:8
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунлыҡтан батшаға шуны еткерәбеҙ: әгәр ҙә мәгәр был ҡаланы төҙөү тамамланып, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, һин Евфрат йылғаһы аръяғындағы биләмәләреңде юғалтасаҡһың.


Артахшаста батшаның хатының күсермәһе уҡылып бөтөр-бөтмәҫтән Рехум менән Шимшай һәм уларҙың әшнәләре шунда уҡ Йәрүсәлимгә йәһүдтәр янына ашыҡты һәм, көс ҡулланып, уларҙы эштән туҡтарға мәжбүр итте.


Әммә йәһүд аҡһаҡалдарын Алла һаҡланы: был хаҡтағы хәбәрҙе Дарийға ебәреп, унан яуап килеп етмәйенсә, уларҙың эшен туҡтатыусы булманы.


Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште. Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды.


ҙур таштарҙан өс рәт, ағастан бер рәт һалынһын, сығым батша ҡаҙнаһынан түләнһен.


Алла йортон төҙөүҙе туҡтатмағыҙ; йәһүдтәр өлкәһе башлығы һәм йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдары Алла йортон элекке урынында ҡайтанан төҙөһөн.


Күк Аллаһына тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн башмаҡмы, һарыҡ тәкәһеме йәки һарыҡ бәрәсеме – күпме кәрәк булһа, шул тиклем бирегеҙ. Шулай уҡ бойҙай, тоҙ, шарап, зәйтүн майы бирелһен, Йәрүсәлим ҡаһиндары нисек әйтһә, шул рәүешле көн дә мотлаҡ бирелеп торһон.


Һин батшанан һәм уның ете кәңәшсеһе исеменән үҙ Аллаң ҡанунының Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдә нисек үтәлеүен асыҡларға


Йырсыларҙың көндәлек вазифалары батша бойороғо менән раҫланғайны һәм уларға көн һайын билдәле күләмдә аҙыҡ-түлек бирелә ине.


Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


«Көмөш – Минеке, алтын – Минеке, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ