Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 6:5 - Изге Яҙма

5 Бынан тыш Навуходоносор Йәрүсәлимдәге ҡорамдан Бабилға алып киткән алтын-көмөш һауыттар кире алып барылһын, улар Алла йортонда һәр береһе үҙ урынына ҡуйылһын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 6:5
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә.


Бынан тыш, Кир батша Бабил ҡорамынан Алла йортоноң алтын-көмөш һауыттарын да кире ҡайтарып бирҙе – уларҙы Навуходоносор Йәрүсәлим ҡорамынан Бабил ҡорамына алып киткәйне. Был һауыттарҙы Кир батша үҙе өлкә башлығы итеп тәғәйенләгән Шешбассар тигән кешегә тапшырҙы.


Шунан мин ҡаһиндарға ла, бөтә халыҡҡа ла әйттем: – Раббы былай ти: «Оҙаҡламай Раббы йортоноң әйберҙәре Бабилдан кире ҡайтарыласаҡ», – тип һөйләгән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе тыңламағыҙ. Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә, – ти Раббы. –


Тастарҙы, күмер сүлмәктәрен, сеүәтәләрҙе, ҡаҙандарҙы, шәмдәлдәрҙе, хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе, түкмә ҡорбандар өсөн һауыттарҙы, алтындан һәм көмөштән ҡойолған әйберҙәрҙе нөгәрҙәр башлығы алып китте.


Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.


Башына шарап һуҡҡас, Белшассар атаһы Навуходоносор тарафынан Йәрүсәлим ҡорамынан алып ҡайтылған алтын һәм көмөш һауыттарҙы алып килергә ҡушты: батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсмәксе булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ