Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 6:21 - Изге Яҙма

21 Һөргөндән ҡайтҡан исраилдар менән, Исраилдың Аллаһы Раббыға табыныу өсөн, эргә-тирәләге халыҡтарҙың әшәкелегенән айырылған барлыҡ кешеләр ашап ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 6:21
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.


Ҡолдарың пәйғәмбәрҙәр аша беҙгә: «Һеҙ хужа булыр өсөн барған ер унда йәшәгән халыҡтарҙың ерәнгес ғәмәлдәре менән нәжесләнгән, был әшәкелек сиктән ашҡан, – тинең. –


Шулай уҡ башҡа халыҡ, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Алла ҡануны хаҡына сит халыҡтарҙан айырылған һәммә кешеләр, уларҙың ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары, бөтә аңлы кешеләр


Исраил тоҡомо бөтә сит халыҡтарҙан айырылды. Улар аяғүрә тороп үҙҙәре ҡылған гонаһтарын, ата-бабаларының яҙыҡ эштәрен таныны.


Эй Раббы, улар халҡыңды иҙә, Биләмәңә Һинең золом ҡыла.


Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ