Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 6:20 - Изге Яҙма

20 Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарындылар – улар барыһы ла, бер кеше кеүек, пак ине. Левиҙәр һөргөндән ҡайтҡан бөтә кешеләр өсөн, ҡәрҙәштәре ҡаһиндар өсөн, үҙҙәре өсөн Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанына тигән һарыҡ бәрәстәрен салдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 6:20
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була.


Артабан Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә, ә левиҙәр ҡорбан малының тиреһен тунарға керешә.


Шунан һуң үҙҙәренә һәм ҡаһиндарға бешерәләр, сөнки быға тиклем ҡаһиндар, Һарун улдары, төнгә тиклем тотош яндырыу ҡорбанын һәм эс майын яндырыу менән мәшғүл була. Шул сәбәпле левиҙәр һуңынан үҙҙәре менән Һарун нәҫелдәре – ҡаһиндар өсөн әҙерләй.


Асаф нәҫеле йырсылары ла, Дауыт менән Асаф, Һеман һәм батша әүлиәһе Йедуҫун ҡушҡанса, урындарында тора, һәр ҡапҡа төбөндәге һаҡсылар урынынан ҡуҙғалмай: уларға хеҙмәтен ташлап йөрөргә сәбәп сыҡмай, сөнки леви туғандары уларға ла бешерә.


Муса Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла: – Барығыҙ, ғаиләләрегеҙ өсөн бәрәс һайлап алығыҙ ҙа Ҡотҡарылыу байрамы хөрмәтенә салығыҙ, – тине. –


Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ