16 Исраил халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр һәм һөргөндән ҡайтҡан башҡа кешеләр оло шатлыҡ менән Алла йортон изгеләндереү ғәмәлен башҡарҙы.
Батша һәм уның менән бергә бөтә исраилдар Раббы хозурында ҡорбан салды.
Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе.
Бына шулай бөтә Исраил халҡы шау-гөр килеп, тәкә мөгөҙө, борғолар, һуҡма тәрилкәләр тауышы аҫтында, лира һәм арфалар уйнатып, Раббының Килешеү һандығын алып ҡайта.
Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта.
Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
Бөтә йыйын тағы ете көн байрам итергә була һәм был ете көндө лә бик ҡыуанышып үткәрәләр,
Йәрүсәлимдә иҫ киткес шатлыҡ хөкөм һөрә, Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улы заманынан бирле бындай хәл күрелгәне булмай.
Сөләймән батша егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһен ҡорбан ҡыла. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Алла йортон изгеләндерә.
Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарының дошмандары, һөргөндән ҡайтҡандар Исраил Аллаһы Раббының ҡорамын ҡайтанан төҙөй икән, тип ишеткәс,
Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.
Йәрүсәлим диуарын Аллаға бағышлау байрамында ҡатнашыр өсөн левиҙәрҙе бөтә ерҙән саҡыртып алдылар. Улар ҡыуаныслы тантанала тәрилкәләр һуғып, лира һәм арфа сиртеп, шөкөрана йырҙары башҡарырға тейеш ине.
Ул көндә ҙур-ҙур ҡорбандар килтерелде, халыҡ күңел асты, сөнки был бөйөк шатлыҡты уларға Алла Үҙе бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа күңел асты, Йәрүсәлимдәге тантана алыҫтарға ишетелеп торҙо.
Шулай итеп, бөтә исраилдар – ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре, ябай халыҡ үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.
Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде мин төбәйем Һиңә, Эй күктәрҙе төйәк иткән!
Даниилды батша янына алып килделәр. Батша унан: – Атайым батша Йәһүҙәнән алып ҡайтҡан әсирҙәрҙең берәүһе – Даниил тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. –
Ҡыш етте. Йәрүсәлимдә Яңырыу байрамы ине.
Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.
Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!