Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 6:14 - Изге Яҙма

14 Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште. Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 6:14
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.


Йәрүсәлимдә Алла йортон төҙөү эше туҡталды, ул Фарсы батшаһы Дарий хакимлығының икенсе йылына тиклем төҙөлмәй торҙо.


Зеруббавел да, Йешуағ та, Исраилдың башҡа нәҫел башлыҡтары ла уларға: – Аллабыҙҙың йортон төҙөүҙә һеҙҙең менән бер ниндәй уртаҡлығыбыҙ ҙа юҡ. Фарсы батшаһы Кирҙың бойороғо буйынса, Исраил Аллаһы Раббыға йортто беҙ үҙебеҙ генә төҙөйәсәкбеҙ, – тине.


Ул осорҙа Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәр Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән йәһүдтәргә уларҙың өҫтөнән булған Исраил Аллаһы исеменән пәйғәмбәрлек иттеләр.


Ләкин Бабил батшаһы Кир хакимлығының тәүге йылында Кир батша ошо Алла йортон ҡабаттан төҙөргә фарман бирҙе.


Шунда Шеалтиил улы Зеруббавел менән Йосадаҡ улы Йешуағ Йәрүсәлимдәге Алла йортон яңынан төҙөргә тотондо. Алла пәйғәмбәрҙәре лә улар менән бергә ҡалып, эште ҡеүәтләп торҙо.


Хакимлығының тәүге йылында Кир батша Йәрүсәлимдәге Алла йорто тураһында ошондай фарман сығарҙы: «Шунда ҡорбан килтереү өсөн йорт төҙөлһөн, уның нигеҙен ныҡ итеп һалһындар; бейеклеге лә, киңлеге лә алтмышар терһәк булһын;


Бынан тыш, Алла йортон ҡайтанан төҙөүгә йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдарына ярҙам итергә бойорам: эш туҡталмаһын өсөн кәрәк булғанды уларға кисектермәй биреп тороғоҙ. Сығымдарҙы Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнән йыйылған яһаҡтан – батша ҡаҙнаһынан – түләгеҙ.


Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ,


Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте.


Элул айының егерме бишенсе көнөндә, илле ике көн эсендә, диуар төҙөү тамамланды.


Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм».


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:


Тауға сығып ағас әҙерләгеҙ, Минең күңелемә хуш килерлек, Мине данларлыҡ йорт төҙөгөҙ, – Раббы шулай тип белдерә. –


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, һигеҙенсе айҙа Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:


Шуға күрә Раббы былай ти: „Йәрүсәлимгә мәрхәмәтемде ҡайтарам, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Йортом унда ҡабаттан төҙөлөр һәм үлсәү ебе йәнә Йәрүсәлим өҫтөнән һуҙылыр“.


– Был ҡорамға Зеруббавелдың ҡулдары нигеҙ һалды һәм уның ҡулдары ҡорамды төҙөп бөтәсәк. Шул ваҡытта мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамының нигеҙе һалынған көндә унда пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ишеткәндәр, ҡулығыҙға ҡеүәт өҫтәлһен!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ