13 Шунан һуң Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре Дарий батшаның бойороғон бер һүҙһеҙ үтәне.
Артахшаста батшаның хатының күсермәһе уҡылып бөтөр-бөтмәҫтән Рехум менән Шимшай һәм уларҙың әшнәләре шунда уҡ Йәрүсәлимгә йәһүдтәр янына ашыҡты һәм, көс ҡулланып, уларҙы эштән туҡтарға мәжбүр итте.
Өлкә етәксеһе Рехум, кәтип Шимшай һәм уларҙың хеҙмәттәштәре – хөкөмдарҙар, күҙәтселәр, түрәләр; фарсылар, Әрәх, Бабилдан сыҡҡан кешеләр, Шушандан килгән ғеламдар,
Шул саҡта уларға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре килеп: – Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт бирҙе? – тине.
Бына Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән бергә Дарий батшаға ебәргән хаттың һүҙмә-һүҙ йөкмәткеһе.
Дарий батша шундай фарман сығарҙы: Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән унан китһен.
Һаман кейем менән атты алып, Мордехайҙы кейендерҙе лә, уны атҡа атландырып, ҡала майҙаны буйлап йөрөттө, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» – тип һөрәнләне.
Күптәр батшанан мәрхәмәт эҙләй, ләкин кеше ғәҙеллекте тик Раббынан табыр.
Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала?