11 Минән тағы бер әмер булыр: әгәр ҙә мәгәр берәй кеше был фарманды боҙһа, уның өйөнөң бер ниргәһе һурып алыныр ҙа теге кеше ана шул ҡаҙыҡҡа ултыртылыр, ә йортонан емереклектәр генә тороп ҡалыр.
Бәғелгә табыныу бағанаһын емерҙеләр, ҡорамдың аҫтын өҫкә килтерҙеләр һәм бәҙрәфкә әйләндерҙеләр. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул шулай булып ҡалды.
Ҡалдыҡтары Изреғил тупрағында баҫыуҙағы тиҙәк кеүек аунап ятыр. Һис кем уны: „Был – Изевел“, – тип әйтә алмаҫ».
Һинең Аллаңдың ҡанунын һәм батшаның ҡанунын үтәмәгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ язаға тартылһын: үлемгәме, һөргөнгәме, мал-мөлкәтенән мәхрүм итеүгәме, йә булмаһа төрмәгә ябырғамы хөкөм ителһен.
Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп риза булһа, бөгөн мин уның хөрмәтенә ойошторған табынға килһен, үҙе менән Һаманды ла алһын, – тине.
Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.
Батша уларға: – Һеҙгә үҙ ихтыярымды белдерәм! Әгәр ҙә һеҙ миңә ниндәй төш кергәнен һәм уның нимә аңлатҡанын әйтмәһәгеҙ, һеҙҙе киҫәктәргә тураҡлаясаҡтар, өйҙәрегеҙҙе емерәсәктәр.
Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки башҡа бер илаһ та был Алла һымаҡ ҡотҡара алмай.