13 Батшаға шул да мәғлүм булһын: әгәр ҙә мәгәр был ҡала төҙөлөп, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, улар яһаҡ та, һалым да, юл һалымы ла түләмәйәсәк, батша ҡаҙнаһы зыян күрәсәк.
Беҙ, батшаның тоғро ҡолдары, батшаның зыян күреүенә юл ҡуя алмайбыҙ, шуға күрә ошо хатты ебәрәбеҙ.
Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем.
Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.
Ҡайһы берәүҙәре: – Батшаға яһаҡ түләр өсөн беҙ баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын аманат итеп биреп, бурысҡа аҡса алабыҙ.
Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.
– Түләй, – тип яуап бирҙе Петрус. Петрус өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы: – Шимғон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?
Бынан китеп барған Ғайса, һалым йыйыу урынында ултырған берәүҙе күреп ҡалды. Был кешенең исеме Маҫҫайос ине. Ғайса уға: – Миңә эйәр, – тине. Маҫҫайос торҙо ла Уның артынан эйәрҙе.