Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 2:68 - Изге Яҙма

68 Йәрүсәлимдәге Раббы йортона килгәс, ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары Алла йортон нигеҙенән тергеҙеү өсөн хәйер-саҙаҡа бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 2:68
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Раббы фәрештәһе Ғад аша Дауытҡа йевуси Орнандың ырҙынына барып, Раббыға ҡорбан усағы эшләргә бойора.


– Бында Раббы Алланың йорто менән Исраилдың тотош яндырыу усағы булыр, – ти Дауыт.


Йәрүсәлимдәге Морияһ тауы өҫтөндә – Дауытҡа Раббы күренгән ерҙә Сөләймән Раббы ҡорамын төҙөй башлай. Элек йевуси Орнандың ырҙыны урынлашҡан был урынды уға атаһы Дауыт әҙерләп ҡуйған була.


дүрт йөҙ утыҙ биш дөйәһе, алты мең ете йөҙ егерме ишәге бар ине.


Үҙҙәренең мөмкинлегенә ҡарап, улар йыйылған хазинаға төҙөлөш өсөн алтмыш бер мең драхма алтын, биш мең мина көмөш, ҡаһиндар өсөн йөҙ ҡат кейем бирҙе.


Улар, шунда йәшәгән халыҡтарҙан ҡурҡһалар ҙа, ҡорбан усағын элекке урынына ҡорҙолар һәм иртәле-кисле унда Раббыға бағышлап ҡорбандар яндырҙылар.


Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте.


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


– Исраил халҡына Минең өсөн иғәнә йыйырға ҡуш: кем нимә теләй, шуны бирһен.


Күңеле теләгән һәм ҡулынан килгән һәр кем Осрашыу сатыры өсөн, унда хеҙмәт итеү өсөн һәм изге кейемдәр өсөн Раббыға иғәнә алып килде.


Ана шулай Исраил халҡы араһынан Муса аша Раббы эшләргә ҡушҡан эштә ҡатнашырға теләк белдергән бөтә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға үҙ ихтыяры менән бүләктәр килтерҙе.


Улар Мусанан изге урынды төҙөү өсөн Исраил халҡы килтергән бөтә саҙаҡаны алды. Ләкин кешеләр иртә һайын үҙ ихтыярҙары менән яңынан-яңы бүләктәр килтереүен дауам итте.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Хәлдәренән килгәнсә, һәм мөмкинлектәренән тыш та, үҙ теләктәре менән ярҙам иттеләр – быға мин шаһит.


Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ