64 Йәмғиәттә бөтәһе ҡырҡ ике мең өс йөҙ алтмыш кеше иҫәпләнде.
Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.
Был иҫәпкә уларҙың ете мең өс йөҙ утыҙ ете кешенән торған ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәре, ике йөҙ ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсы инмәй.
Бына хәҙер бер аҙ ваҡытҡа Аллабыҙ Раббынан беҙгә мәрхәмәт насип булды, ҡайһы берәүҙәребеҙҙе иҫән-аман ҡалдырып, Үҙенең мөҡәддәс урынында төпләнергә мөмкинлек бирҙе, күҙҙәребеҙҙең нурын ҡайтарып, ҡоллоғобоҙҙа хәлебеҙҙе еңеләйтте.
Унан һуң ҡуйҙарымдың ҡалғанын, Үҙем ҡыуып ебәргән бөтә илдәрҙән йыйып алып, утлауҙарына кире ҡайтарырмын. Унда үрсерҙәр һәм ишәйерҙәр.