62 Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә, таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар.
Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.
Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.
Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.