Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 9:40 - Изге Яҙма

40 Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

40 Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Тавифа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

40 Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 9:40
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ишағыяһ Раббыға ялбарҙы һәм Раббы Ахаз баҫҡысы буйлап төшөп барған күләгәне ун баҫҡысҡа кире сигендерҙе.


Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.


Кешеләр өйҙән сығарылғас, Ғайса бүлмәгә инеп ҡыҙҙың ҡулынан тотҡайны, ҡыҙ урынынан торҙо.


Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине.


Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:


Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотто ла: – Балам, тор! – тип өндәште.


Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.


Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


Поплиостың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Паулус инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы.


Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ