Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 9:39 - Изге Яҙма

39 Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

39 Петр тороп, улар менән бергә Иоппияға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып инделәр. Бөтә тол ҡатындар Петр янына килеп, илай-илай уға Доркас тере сағында теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

39 Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 9:39
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.


Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.


Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор.


Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, ғәмәлдәребеҙ менән ихлас яратайыҡ.


Имандаштар, һеҙ өмөттәре булмаған башҡа кешеләр кеүек ҡайғырмаһын өсөн, үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.


Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.


Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы.


Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.


Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт янығыҙҙа, Мин иһә һеҙҙең менән гел булмам.


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса.


Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.


Эй Исраил ҡыҙҙары! Һеҙгә ал ҡыҙыл затлы кейем кейҙергән, Алтын биҙәүестәр алып биргән Шаул өсөн йәш түгегеҙ!


Ҡайтып еткәс, өҫкө ҡаттағы бүлмәгә күтәрелделәр. Петрус, Яхъя, Яҡуп, Әндриас, Филиппус, Томас, Барҫоломай, Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Көрәшсе Шимғон һәм Яҡуп улы Йәһүҙә бында туҡталды.


Ысын тол ҡатындар тураһында хәстәрлек күр.


Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ