Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 9:34 - Изге Яҙма

34 – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петрус. Эней шунда уҡ торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

34 – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петр. Ул кеше шунда уҡ торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петрус. Эней шунда уҡ торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 9:34
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Был кеше шунда уҡ махауҙан таҙарынды.


Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Шунан Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!


Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.


Был бер нисә көн шулай дауам итте. Паулустың тамам асыуы килеп, ен яғына боролоп: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән бойорам: уның эсенән сыҡ! – тине. Ен шунда уҡ сығып китте.


Петрус, быны күргәс, халыҡҡа: – Исраилдар! Ниңә аптырап ҡалдығыҙ? – тине. – Әллә уны үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлап беҙгә текәлдегеҙме?


Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман күҙ алдығыҙҙа уны тулыһынса һауыҡтырҙы.


Әммә Петрус: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, ләкин нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса Мәсих исеменән бойорам: тор ҙа атлап кит! – тип,


һеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла белһен: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, әммә Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.


Унда ул фалиж һуғып, һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе.


Уның һауыҡҡанын күреп, Лудда һәм Шарондың барса халҡы Раббыға инанды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ