Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 9:17 - Изге Яҙма

17 Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып: – Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып: – Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 9:17
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Яҡын килегеҙ, – тине Йософ. Ағалары уның янына килде. – Был мин, Йософ, – тип өҫтәне, – һеҙ Мысырға һатҡан ҡустығыҙ.


Шунан һуң Ғайса янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне.


– Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы.


Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы.


Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Әлисабеттың ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйҙы. Әлисабет Изге Рух менән һуғарылды.


Яхъяның атаһы Зәкәрьяһ, Изге Рух менән һуғарылып, былай тип пәйғәмбәрлек ҡылды:


Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.


Ә мал-мөлкәтеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» – тигән.


Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.


Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким.


Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы.


Ураҙа тотҡандан һәм доға ҡылғандан һуң, Барнабас менән Шаулдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.


Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән һуғарылды.


Паулус ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла хәбәрен иғлан итә башланы.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Паулусты тыңлағас, ундағылар Алланы данланы. Шунан Паулусҡа: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай.


«Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. Ул миңә былай тине: «Мин – һин эҙәрләгән Ғайса.


Доға ҡылғандан һуң улар торған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды, Алла һүҙен ҡыйыу рәүештә һөйләй башланылар.


уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр, доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.


Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте.


Шул саҡ, әйтерһең, күҙҙәрен ҡаплап торған балыҡ тәңкәләренә оҡшаш бер нәмә ҡойолоп төштө, Шаул тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Шуға күрә, Алла даны өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ.


Тәүге кеше тупраҡтан яратылды, ул – ерҙән. Икенсе Кеше күктән килде.


Етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, барыһынан һуң миңә лә күренде.


Мин ирекле түгелме ни? Әллә Мәсихтең илсеһе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайсаны күрмәнемме йә һеҙ Раббыға хеҙмәт итеүемдең һөҙөмтәһе түгелме?


Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.


Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.


Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер.


һәм инде ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.


Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Паулус та һеҙгә шулай тип яҙғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ