Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:25 - Изге Яҙма

25 Петрус менән Яхъя, үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Йәрүсәлимгә китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

25 Петр менән Яхъя үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Иерусалимға китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Петрус менән Яхъя, үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Йәрүсәлимгә китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:25
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.


Минең биш туғаным бар, был ғазап сигеү урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.


Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.


Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡ күрмәйенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.


Филиппус иһә Ашдод ҡалаһына барып сыҡты. Ул Ҡайсареяға барып еткәнсе юлындағы ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне.


Мин был ҡыҫҡа хатты, һеҙҙе дәртләндереп һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша яҙып ебәрҙем. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ