Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:24 - Изге Яҙма

24 – Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 – Һеҙ әйткәндәрҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Симон.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 – Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:24
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы.


Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.


Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы.


Улар Күк Аллаһына хуш килерлек ҡорбандар килтерһендәр һәм, батша менән уның улдарына ғүмер теләп, доға уҡыһындар.


Беҙ, ураҙа тотоп, Алланан ана шуларҙы һораныҡ, һәм Ул беҙҙе ишетте.


Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.


Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын.


Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.


Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.


Сидкияһ батша Шәләмъяһ улы Йеһухал менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһ пәйғәмбәргә: «Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға доға ҡылһаңсы», – тип әйтергә ебәрҙе.


Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.


Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ