Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:22 - Изге Яҙма

22 Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

22 Шуға күрә үҙеңдең был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл. Бәлки күңелеңдәге яуыз уйың кисерелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:22
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.


– Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Раббыға ынтылығыҙ – Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ. Юҡһа Ул, ялҡын шикелле, Йософ йортон ялмап алыр. Бейт-Ил дә дөрләп яныр – Уны һүндереүсе булмаҫ.


Карап башлығы уның янына килеп: – Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине.


Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙә бар халыҡҡа тәүбә итергә бойора.


– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Әммә Петрус уға: – Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –


– Тура урам тип аталған урамға бар ҙа Йәһүҙә йәшәгән өйгә ин, Шаул исемле Тарсос кешеһен һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ