Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:20 - Изге Яҙма

20 Әммә Петрус уға: – Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Әммә Петр уға: – Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Әммә Петрус уға: – Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:20
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ямандарҙың ниәте Раббыға ерәнгес, яғымлы һүҙҙәр иһә Уның өсөн пак.


«Эй бөтә сарсағандар, һыуға килегеҙ! Аҡсаһы булмағандар, килегеҙ, алығыҙ, ашағыҙ; Килегеҙ, көмөш түләмәйенсә, Бушлай алығыҙ шарап менән һөттө!


Даниил батшаға: – Бүләктәреңде үҙеңдә ҡалдыр, хөрмәтеңде башҡаларға күрһәт. Ә бында яҙылғандарҙы батшама мин былай ҙа уҡып бирермен, уның нимә аңлатҡанын әйтермен, – тине.


«Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».


Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.


Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.


Ул хәрәм аҡсаға ер һатып алды, әммә, шул ерҙә йығылып, эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты.


Петрус менән бергә килгән сөннәтле иманлылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде.


Раббы Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң беҙгә биргән бүләген Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем һуң? – тине Петрус.


– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


– Миңә лә шундай ҡөҙрәт бирегеҙ әле, кемдең башына ҡулымды ҡуйһам, шул кеше Изге Рухты алһын, – тине.


Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер.


Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға зарланыр ҙа һин ғәйепле булырһың.


Был әшәкелекте өйөңә алып кермә, юҡһа уның менән бергә үҙең дә юҡ ителерһең. Уларға нәфрәтлән һәм ерән, сөнки улар тамам юҡ ителергә тейеш.


ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтерә торған мәғәнәһеҙ, зарарлы күп теләктәрҙең тоҙағына эләгә.


Алтын-көмөшөгөҙ тутыҡҡан. Уларҙың тутығы һеҙгә ҡаршы дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ут кеүек ашар. Һеҙ хазинағыҙҙы һуңғы көндәрҙә тупланығыҙ.


Был тауарҙарҙың бөтөнөһө менән сауҙа итеүселәр һәм байыусылар, уның ғазаптарынан ҡурҡып, ҡайғырып илап ситтәрәк баҫып торасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ