Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:17 - Изге Яҙма

17 Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Ошонда Петр менән Яхъя уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы һәм кешеләр Изге Рухты алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:17
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Мусаға былай тине: – Нун улы Йушағты үҙ яныңа ал, унда Минең Рухым бар. Ҡулыңды уның башына һал,


Левиҙәрҙе Раббы ҡаршыһына килтер ҙә исраилдар уларҙың башына ҡулдарын һалһын.


– Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы.


Ураҙа тотҡандан һәм доға ҡылғандан һуң, Барнабас менән Шаулдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.


Паулус ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла хәбәрен иғлан итә башланы.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр, доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.


Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күргән Шимғон уларға аҡса тәҡдим итте.


Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып: – Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.


Изге Рухтан алған фатихамды һеҙҙең менән уртаҡлашып, һеҙҙе нығытыр, йәғни уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе ҡеүәтләндерер өсөн, һеҙҙе бик ныҡ күргем килә.


Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.


Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.


Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ