Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:14 - Изге Яҙма

14 Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишеткәс, Йәрүсәлимдәге илселәр улар янына Петрус менән Яхъяны ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Иерусалимдағы илселәр, Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишетеп, Петр менән Яхъяны улар янына ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишеткәс, Йәрүсәлимдәге илселәр улар янына Петрус менән Яхъяны ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:14
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ.


Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.


Ғайса Петрус менән Яхъяны ҡалаға ебәрҙе: – Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ.


Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәгән кешенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән һүҙ хөкөм итәсәк.


Илселәр һәм Йәһүҙиәләге имандаштар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте.


Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.


Бындағы кешеләр Тессалонике ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме икәнен тикшерер өсөн Изге Яҙманы өйрәнде.


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.


Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ