Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:12 - Изге Яҙма

12 Әммә, Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән иткән Филиппусҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Әммә Филипп һөйләгән Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Әммә, Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән иткән Филиппусҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:12
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе.


Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тине.


Ғазап сигеүҙәренән һәм үлгәненән һуң, күп һанлы дәлилдәр ярҙамында Үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Ул илселәренә ҡырҡ көн буйына күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.


Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Курене кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе.


Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды.


– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.


Алла Батшалығын арағыҙҙа йөрөп вәғәзләүемде ишеткәндәрегеҙҙең береһе лә мине бүтәнсә күрмәҫен хәҙер инде беләм.


Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡ күрмәйенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.


Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы.


Төрлө яҡҡа һибелгән имандаштар ҡайҙа барһалар, шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.


Кем ысын йөрәктән ышана, шул Алла алдында тәҡүә булып һанала, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә.


Хәйер, Раббыла ир – ҡатынға, ҡатын иргә бәйле.


Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ