Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:10 - Изге Яҙма

10 Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уны хайран ҡалып тыңланы. «Был әҙәм – „Бөйөк“ тип аталған Алла ҡөҙрәте», – тинеләр уның хаҡында.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уға ышанды. «Был кеше – бөйөк тип аталған илаһи ҡөҙрәт эйәһе», – тинеләр уның хаҡында.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уны хайран ҡалып тыңланы. «Был әҙәм – „Бөйөк“ тип аталған Алла ҡөҙрәте», – тинеләр уның хаҡында.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:10
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм.


Барлыҡ хәрби түрәләр, Ҡареах улы Йоханан, Һошағъяһ улы Язанъяһ һәм ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡ килеп


Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Ниневенең бар халҡы Аллаға инанды. Улар ураҙа иғлан итте, олоһонан кесеһенә тиклем ҡыл туҡымаға уранды.


Халыҡ иһә, Паулустың нимә эшләгәнен күреп, Лукауния ерлеге телендә: – Беҙҙең яныбыҙға кеше ҡиәфәтендә илаһтар төштө! – тип ҡысҡыра башланы.


Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр: – Ул – ниндәйҙер бер илаһ.


әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алланың зирәк аҡылы.


Һеҙ бит бик аҡыллы кешеләр һәм ахмаҡтарға теләп түҙемлек күрһәтәһегеҙ.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр.


Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Ер өҫтөндәгеләрҙең барыһы ла ғәжәпкә ҡалып уны күҙәтте


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ