Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 7:60 - Изге Яҙма

60 Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

60 тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

60 Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 7:60
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Киске ҡорбан мәле еткәс, ҡайғырып ултырған урынымдан тороп, өҙгөләнеп бөткән кейемдә теҙләндем дә, ҡулдарымды Аллам Раббыма һоноп


Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.


Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.


ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ.


Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:


Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар.


үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.


Шунан һуң: – Дуҫыбыҙ Әлғазар йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.


Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.


Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.


Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.


Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел.


Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата.


Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелтелде – Ул үлгәндәрҙән беренсе булып терелгән!


Һеҙгә сер асам: беҙ бөтәбеҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –


Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашҡа (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде),


Иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, беҙ Уның менән бергә йәшәһен тип, Мәсих беҙҙең өсөн йәнен бирҙе.


Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын.


Улар: «Ғайса килергә вәғәҙә итмәнеме ни? Ҡайҙа һуң ул? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үлеп бөттө, ә бар нәмә, донъя яратылғанда нисек булһа, шул килеш ҡала бирә», – тиерҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ