Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 7:55 - Изге Яҙма

55 Изге Рух менән һуғарылған Стефанус иһә күккә баҡты һәм унда Алланың шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

55 Изге Рух менән тулы булған Стефан иһә, күккә текләп, Алланың балҡыусы шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

55 Изге Рух менән һуғарылған Стефанус иһә күккә баҡты һәм унда Алланың шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 7:55
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының шөһрәте, ҡорамдың тупһаһынан китеп, кирубтарҙың өҫтөнә торҙо.


Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.


Раббының шөһрәте ҡала уртаһынан күтәрелде лә ҡаланың көнсығышындағы тау өҫтөнә барып туҡтаны.


Мин, тороп, үҙәнгә сыҡтым. Ҡараһам, унда Кевар йылғаһында күргәндәге шөһрәт кеүек үк Раббының шөһрәте тора. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –


Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән.


Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Шул ваҡыт Петрус, Изге Рух менән һуғарылып: – Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. –


әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы.


Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.


Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рухҡа тулы Стефанусты, шулай уҡ Филиппусты, Прохоросты, Никанорҙы, Тимонды, Парменасты һәм мәжүсилектән йәһүд диненә күскән антиохиялы Николаусты һайлап,


Ә Алланың мәрхәмәтенә һәм ҡөҙрәтенә тулған Стефанус халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙә иң мөһиме шул: күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған Баш Ҡаһиныбыҙ бар.


Уға шөһрәтле бөйөк Алланан: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен шөһрәт балҡышында күрһәтте.


Ҡала Алла шөһрәтенән балҡып тора ине. Уның балҡышы аҫылташ емелдәүенә, гәлсәрҙәй үтәнән-үтә күренмәле йәшмәгә оҡшағайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ