Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 7:51 - Изге Яҙма

51 – Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

51 Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефан. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

51 – Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 7:51
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә улар тыңламаны, Аллалары Раббыға ышанмаған ата-бабалары кеүек үк тиҫкәре булды.


Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.


Әммә улар, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, тәкәбберлек күрһәтте, тиҫкәрелектәренә барып, Һинең бойороҡтарыңды үтәмәне.


Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.


Йә Алла, Һинән бөркөлә яҡтылыҡ, Кейеккә бай тауҙарҙан да ғиззәтлерәк Һин!


Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.


Раббы тағы: – Күрәм, был халыҡ ифрат тиҫкәре.


Һөт һәм бал ағып ятҡан шул ергә барығыҙ. Әммә һеҙ – тиҫкәре халыҡ, шуға күрә Үҙем һеҙҙең менән бармайым, юҡһа юл ыңғайында һеҙҙе харап итеүем бар.


Раббы Мусаға былай тигәйне: – Исраил халҡына еткер: һеҙ – тиҫкәре халыҡ, әгәр ҙә Мин саҡ ҡына һеҙҙең менән барһам, ҡырып бөтөрәсәкмен! Биҙәнеү әйберҙәрен сисеп ташлағыҙ. Ә Мин һеҙҙең менән ни эшләргә икәнен Үҙем ҡарармын.


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.


Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә,


Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты.


Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.


Үҙегеҙҙе Мин Раббыға бағышлағыҙ, Йөрәгегеҙҙе сөннәткә ултыртығыҙ, Эй Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр! Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ арҡаһында Асыуым ут һымаҡ тоҡаныр, Һис кем һүндерә алмаҫлыҡ булып дөрләр».


Кемгә өндәшәйем? Кемде иҫкәртәйем? Кем әйткәндәремде тыңлар? Уларҙың ҡолаҡтары ҡапланған – бер нәмә лә ишетмәйҙәр; Раббының һүҙен хурлайҙар, Уның менән хушһынмайҙар.


Мин һине ебәргән был халыҡ бик тиҫкәре һәм ҡаты бәғерле. Һин уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең.


Минең ризығымды – эс майын һәм ҡан килтергән ваҡытта Изге торлағыма йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙы индереп, ҡорамымды нәжесләнегеҙ! Ерәнгес эштәрегеҙ менән килешеүемде боҙҙоғоҙ.


Раббы Хаким былай ти: «Йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙан береһе лә, хатта улар Исраил халҡы араһында йәшәһә лә, Изге торлағыма инмәһен».


шуның өсөн Минең уларға ҡаршы тороуымды һәм дошмандары еренә ҡыуғанымды төшөнөрҙәр. Әгәр шул саҡ сөннәтләнмәгән йөрәктәре күндәмләнеп, гонаһтарының әжерен алһалар,


Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә, халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда, Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ. Был Цин сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны.


әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы.


Әммә үҙенең иптәшен рәнйетеүсе кеше, Мусаны төртөп ебәреп: «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?


«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде.


Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән.


Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған,


Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәтең сөннәтһеҙлек була.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.


Шуға күрә йөрәктәрегеҙҙе сөннәтләгеҙ, башҡаса тиҫкәре булмағыҙ.


Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр.


Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр?


Раббы миңә тағы: «Күреп торам, был халыҡ ысынлап та тиҫкәре, – тине.


Шуны аңла: был бәрәкәтле ерҙе Аллаң Раббы һиңә биләмәгә тоғро йөрәгең өсөн бирмәй. Ысынында һеҙ – тиҫкәре халыҡ.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.


Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы башҡарған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең хакимлығынан азат ителдегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ