Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 7:30 - Изге Яҙма

30 Ҡырҡ йылдан һуң, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә, янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

30 Ҡырҡ йыл үткәс, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Ҡырҡ йылдан һуң, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә, янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 7:30
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильяс торҙо, ашаны-эсте, ошо ризыҡ уға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн атлап Алланың тауы Хоревҡа барып етерлек көс бирҙе.


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


Фирғәүен менән һөйләшкәндә, Мусаға – һикһән, Һарунға һикһән өс йәш ине.


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, батшаның яҡындары йыйылды һәм уттың был кешеләргә ҡағылмағанын күрҙе: уларҙың сәстәре лә өтөлмәгән, кейемдәре лә бөтөн, хатта уларҙан төтөн еҫе лә сыҡмай.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Ә үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни?


Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы тип тә атаған.


Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын, Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған.


Муса быны күреп бик ғәжәпләнгән. Ә инде ҡарарға тип яҡыныраҡ барғас, Раббының тауышын ишеткән:


«Мин һинең ата-бабаларыңдың Аллаһы – Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһымын». Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итмәгән.


«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде.


Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта.


Ер үҫтергән иң затлы уңыш менән фатихалаһын. Дөрләп янған ҡыуаҡта Күренгәндең Рәхмәт-мәрхәмәте менән фатихаланһын! Былар барыһы ла Йософтоң башына, Ағалары араһынан һайлап алынғандың түбәһенә яуһын.


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ