Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 6:5 - Изге Яҙма

5 Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рухҡа тулы Стефанусты, шулай уҡ Филиппусты, Прохоросты, Никанорҙы, Тимонды, Парменасты һәм мәжүсилектән йәһүд диненә күскән антиохиялы Николаусты һайлап,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рух менән тулы булған Стефанды, шулай уҡ Филипты, Прохорҙы, Никанорҙы, Тимонды, Парменды һәм мәжүсилектән йәһүд диненә ҡабул ителгән антиохиялы Николайҙы һайлап,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рухҡа тулы Стефанусты, шулай уҡ Филиппусты, Прохоросты, Никанорҙы, Тимонды, Парменасты һәм мәжүсилектән йәһүд диненә күскән антиохиялы Николаусты һайлап,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 6:5
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йософтоң һүҙҙәре фирғәүен менән һарай әһелдәренең күңеленә хуш килде.


Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.


Кеше дөрөҫ яуап бирһә – шатлыҡ; һүҙҙең урынлы әйтелгәне яҡшы!


Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Үҙегеҙ тотҡан иманға тик берәүҙе генә булһа ла килтерер өсөн, диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде маҡсатығыҙға өлгәшкәс, уны үҙегеҙгә ҡарағанда йәһәннәмгә икеләтә лайыҡлыраҡ итәһегеҙ.


Стефанустың үлеменән һуң башланған эҙәрләүҙәр арҡаһында таралышҡан иманлылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Фойникә өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте.


Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Курене кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе.


Был туралағы хәбәр Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлегенә лә барып етте. Барнабасты Антиохияға ебәрҙеләр.


Барнабас Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине. Күптәр, Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.


Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар.


Шул осорҙа Йәрүсәлимдән Антиохияға бер нисә пәйғәмбәр килде.


Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Ә икенсе көндө беҙ Ҡайсареяға килдек һәм Йәрүсәлимдә һайланып алынған ете ярҙамсының береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиппустың өйөндә туҡталдыҡ.


Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефанустың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем.


әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы.


Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.


Ә Алланың мәрхәмәтенә һәм ҡөҙрәтенә тулған Стефанус халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды.


Иң баш ҡаһин Стефанустан: – Был ғәйепләүҙәр дөрөҫмө? – тип һораны.


Шулай уҡ һиндә Николаус яҡлыларҙың тәғлимәтен тотоусылар ҙа бар.


Ә инде Николаус яҡлыларҙың эштәренә нәфрәтләнеүең яҡшы, ул эштәргә Мин дә нәфрәтлемен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ