Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 6:14 - Изге Яҙма

14 Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Мусаның беҙгә биргән йолаларын үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Муса биргән йолаларҙы үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Мусаның беҙгә биргән йолаларын үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 6:14
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Йермеяһ түрәләргә һәм халыҡҡа: – Ошо йортҡа һәм ошо ҡалаға ҡаршы һеҙ ишеткән бөтә пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен әйтергә мине Раббы ебәрҙе, – тине. –


– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне.


Алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үткәс, мәсехләнгән хакимдың ғүмере киҫелер, уның менән бер кем ҡалмаҫ. Ҡала ла, Изге торлаҡ та киләһе хакимдың халҡы тарафынан тар-мар ителер. Алдан билдәләп ҡуйылған был һәләкәт туфан кеүек булыр, һуғыш бөткәнсе афәт дауам итер.


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Эй Ливан, ҡапҡаларыңды ас, Ут кедр ағастарыңды ялмап йотһон!


– Мин, Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышыр өсөн, бөтә халыҡтарҙы туплаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡала ҡулға төшөр, йорттар таланыр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрәләнер. Ҡалала йәшәгәндәрҙең яртыһы һөргөнгә оҙатылыр, әммә ҡалғандарының тамыры ҡаланан ҡырҡылмаҫ.


Улар: – Был кеше: «Мин Алла йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.


– Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


– Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тине.


– Бынау Алла йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса.


Ғайса уға былай тине: – Эй ҡатын, ышан Миңә, ваҡыт етеп килә: Атаға был тауҙа ла, Йәрүсәлимдә лә табынмаясаҡһығыҙ.


Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.


Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмағыҙ, йәһүд халҡының йолаларын тотмағыҙ тип өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр.


– Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Паулус үҙен яҡлап.


Һин йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле мәсьәләләрен яҡшы беләһең. Шуға күрә мине сабыр ғына тыңлауыңды үтенәм.


Римға килеп өс көн торғандан һуң, Паулус йәһүд башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Йәрүсәлимдә тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. –


Улай булғас, ҡанун ни өсөн бирелгән? Ҡанун, гонаһтарҙы күрһәтеү өсөн, һуңынан бирелгән. Ибраһим тоҡомоноң вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ҡанун ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.


Ә инде ошо иман килгәнсе һәм ул асылғансы, беҙ ҡанун һағы аҫтында тотҡонлоҡта йәшәнек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ